«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпиада көндәлеге: “Беҙҙең таяныстың йылылығы”



28.01.2014 Олимпиада көндәлеге: “Беҙҙең таяныстың йылылығы”

Олимпиада көндәлеге:  “Беҙҙең таяныстың йылылығы” 1 февралдә баш ҡалала Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарына арналған “Беҙҙең таяныстың йылылығы” проекты буйынса байрам үтәсәк. Был сара бер юлы Рәсәйҙең ун ҡалаһында - Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Түбәнге Новгородта, Ҡазанда, Өфөлә, Екатеринбургта, Силәбелә, Дондағы Ростовта, Волгоградта һәм Һамарҙа ойошторола.

Байрамда легендар спортсы – билдәле фигуралы шыуыусы, Рәсәйҙең спорт мастеры, 2002 йылғы Олимпиада чемпионы, дүрт мәртәбә донъя чемпионы (1998, 1999, 2000 һәм 2002 йылдарҙа), Европаның өс мәртәбә чемпионы (1998, 1999, 2002 йылдарҙа), фигуралы шыуыу буйынса гран-при финалының ике мәртәбә еңеүсеһе Алексей Йәһүҙин менән осрашыу, уның оҫталыҡ дәресе, балалар өсөн конкурстар, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, флешмоб үткәреү ҡаралған.

Спорт байрамы киске сәғәт 6-сы яртыла, Ҡашҡаҙан паркында (Маршал Жуков урамы, 31) башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға