«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Баймаҡ энциклопедияһы» донъя күрҙе



28.01.2014 «Баймаҡ энциклопедияһы» донъя күрҙе

«Баймаҡ энциклопедияһы» донъя күрҙе «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында Баймаҡ районының тарихы, социаль-иҡтисади хәле, ижтимағи-сәйәси тормошо, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, ауыҙ-тел һәм музыкаль ижад, ауыл хужалығы, сәнәғәт, тәбиғәт ресурстары, географик объекттары, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы тураһында мәғлүмәт индерелгән энциклопедия донъя күрҙе. Баҫмала 2200-ҙән ашыу мәҡәлә, уның иҫәбендә 1400 биографик, 550 иллюстрация бар. Уны әҙерләгәндә район архивы, гражданлыҡ хәле тураһындағы акттарҙы теркәү бүлеге, Баймаҡ үҙәк китапханаһы, Баймаҡтың, Темәстең тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейҙары, Р.Үтәғоловтың шәхси архивы мәғлүмәттәре файҙаланылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға