«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпиада көндәлеге: Әле Сочи волонтерҙары нимә эшләй?



27.01.2014 Олимпиада көндәлеге: Әле Сочи волонтерҙары нимә эшләй?

Олимпиада көндәлеге:  Әле Сочи волонтерҙары нимә эшләй? Әле БДМУ волонтерҙары составында Сочиҙа булған Камила Сәғитова менән яңыраҡ бәйләнешкә индек. Беҙҙең волонтерҙар “Медицина” һәм “Спорт” йүнәлештәре буйынса 24 ғинуарҙа эшләй башланы. Команданың һәр бер ағзаһына тәғәйен бурыстар билдәләнгән. Камила үҙе халыҡ-ара олимпия комитетының эҙләнеүҙәр төркөмө ассистенты булып тора. Улар ғилми эш менән булыша, спортсыларҙың йәрәхәттәрен өйрәнә. Уның менән бергә Наталья Салмина эшләй.

Тырыш ҡыҙҙар Олимпия объекттары буйлап ғалим табиптар төркөмө менән бергә йөрөйәсәк. Уларға мәғлүмәт йыйыу, уны теркәү, отчеттар төҙөү, мәғлүмәт базаһын тултырыу эштәре йөкмәтелгән. Камила менән Наталья инглиз телен бик шәп белгәс, докторҙарға ярҙам итәсәк.

Һүрәттә: самолеттан төшөрөп алынған Сочи Олимпиадаһы объекттары күренеше







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға