«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙән 14-се спортсы өҫтәлде



27.01.2014 Беҙҙән 14-се спортсы өҫтәлде

Беҙҙән 14-се спортсы өҫтәлде Гәзиттә алдан яҙып үткәнебеҙсә, ике аҙнанан Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындарында Башҡортостандан 13 спортсының ҡатнашыуы көтөлә. Үткән йомала Халыҡ-ара саңғы спортының федерацияһы сноуборд буйынса квоталар бүлде. Рәсәйгә 15-се лицензия тапшырылды һәм ул борд-кросста сығыш яһаусы яҡташыбыҙ Антон Копривицаға эләкте. Уның менән беҙҙең республикабыҙҙың данын был мәртәбәле ярыштарҙа 14 спортсы яҡлаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға