«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “XXI быуат йондоҙҙары”



24.01.2014 “XXI быуат йондоҙҙары”

“XXI быуат йондоҙҙары” 31 ғинуарҙа, киске сәғәт 7-лә БР Милли симфоник оркестры “XXI быуат йондоҙҙары” исемле программа менән Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының концерт залында сығыш яһаясаҡ. Беренсе бүлектә Рейнгольд Глиэрҙың арфа менән оркестр өсөн концерты, Карл Мария фон Веберҙең кларнет менән оркестр өсөн концерттары яңғыраясаҡ. Икенсе бүлектә иһә Людвиг ван Бетховендың ля мажор №7 симфонияһы тәҡдим ителәсәк. Солистар – халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Иван Столбов (Санкт-Петербург, кларнет), Гөлназ Абдуллина (Өфө, арфа). Дирижеры — Камил Абдуллин (Санкт-Петербург).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға