«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Филокартия күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ



24.01.2014 Филокартия күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ

Филокартия күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ Бөгөн төшкө сәғәт 2-лә Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында боронғо открыткалар күргәҙмәһе асыла. Уникаль дизайнлы открыткаларҙы филокартист Валентина Макушина тәҡдим итә. Әйтергә кәрәк, экспозицияла сәскәләргә бағышланған открыткалар ҡуйыла, уларҙы фотографтар һәм рәссамдар әҙерләгән.
Валентина Федоровна был шөғөлгә үҙенең 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Открыткаларҙы ул темалар буйынса махсус кляссерлы альбомдарҙа туплаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға