«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хебертхаузен атыу полигонының ҡорбаны – беҙҙең яҡташ



20.01.2014 Хебертхаузен атыу полигонының ҡорбаны – беҙҙең яҡташ

Хебертхаузен атыу полигонының ҡорбаны – беҙҙең яҡташ Бөйөк Ватан һуғышы күптән тынһа ла, ул килтергән йөрәк әрнеүҙәре һаман да тынмай. Рәсәйҙең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрендә, Европа илдәрендә ерләнгән исемһеҙ һалдаттар, хәбәрһеҙ юғалғандар байтаҡ. Ҡаҙыныу эштәре алып барып, һуғыштың билдәһеҙ һалдаттарын асыҡлаусы йәмәғәт ойошмаларының эше һис шикһеҙ маҡтауға лайыҡ.
Башҡортостан Республикаһының Төбәк йәмәғәт эҙләүселәр отрядтары фондының әүҙемдәре Дахау концлагерының Хебертхаузен атыу полигонында ғүмерҙәре ҡыйылған 62 совет пограничнигының араһында булған политрук Мөстәҡим Мостафа улы Байбулатовтың яҡындарын эҙләй.
Дахау концлагеры урынлашҡан ерҙә Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулыуға арналған ҙур экспозиция әҙерләнә. Хебертхаузен атыу полигонында иһә фашистар бағанаға бәйләнгән тотҡондарҙа утлы ҡорал өлгөләрен һынаған. Прицел ҡулайламаларын төҙләү өсөн улар винтовка-автоматтар менән тубыҡ, ҡул, аяҡ тирәһенә атҡан.
Полигонда ғүмерҙәре өҙөлгән тотҡондар араһында Мөстәҡим Мостафа улы Байбулатов та булған. Ул 1916 йылдың 15 июнендә тыуған, Ленин исемендәге хәрби-сәйәси училищены тамамлаған. Һуғыш башланғас, ул ротаның сәйәсәт әҙерлеге буйынса командир – замполит итеп тәғәйенләнгән. Ҡатыны – ҡыҙ сағында Шәйҙуллина фалилияһын йөрөткән, баш ҡаланың Чернышевский урамында йәшәгән. Атаһы Мостафа Ғабдуллин БАССР-ҙың Баҡалы районының Мостафа ауылында йәшәгән.
Мөстәҡим Мостафа улының туғандарының Башҡортостан Республикаһының төбәк йәмәғәт эҙләүселәр отрядтары фондына мөрәжәғәт итеүҙәре һорала. Электрон адресы: bashpoisk2006@gmail.com







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға