«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бындай бесәйгә һәйкәл ҡуйырға мөмкин!



17.01.2014 Бындай бесәйгә һәйкәл ҡуйырға мөмкин!

Бындай бесәйгә һәйкәл ҡуйырға мөмкин! Ишембай районындағы Бәләкәй Мәҡсүт ауылында бесәй үҙенең хужаһын янып үлеүҙән ҡотҡарған. Ир ҡулдан эшләнгән электр йылытҡысын тоҡандырып, киске сәғәт 5-тәр тирәһендә йоҡларға ятҡан. Бер аҙҙан ул бесәйенең ныҡ итеп мыяулауына уянып китһә, иҙәнгә һәм мебелгә ут тоҡаныуын күргән. Ир тәүҙә янғынды үҙе һүндереп ҡараған, ләкин быны эшләй алмаған. Уға ярҙамға Сайран, Этҡол ауыл биләмәләренән кешеләр һәм 42-се янығын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре килгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға