«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? “Йәшлек гүзәле – 2014” конкурсы старт алды



15.01.2014 Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? “Йәшлек гүзәле – 2014” конкурсы старт алды

Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? “Йәшлек гүзәле – 2014” конкурсы старт алды Әгәр ҙә һеҙ һылыу, уңған, сая, ысын башҡорт ҡыҙы икәнһегеҙ, тимәк республика йәштәре өсөн тәғәйенләнгән "Йәшлек" гәзите аша үҙегеҙ менән бар Башҡортостан халҡын таныштыра алағыҙ.
Бының өсөн тәүҙә беҙҙең менән хәбәрләшеп, үҙегеҙ менән таныштырырға кәрәк. Ҡайһы яҡта тыуғанһығыҙ, ҡайҙа белем алаһығыҙ, нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ, хыялдарығыҙ, тормош девизығыҙ ниндәй – беҙҙе бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра.
Алдағы йылдарҙа ойошторолғанса, беҙ быйыл һылыуҡайҙар бәйгеһен миҙгелләп үткәрергә ҡарар ҡылдыҡ. Гәзит битендә баҫылған ҡыҙҙарҙың фотоһүрәттәре “Бәйләнештә” селтәрендәге беҙҙең төркөмгә ҡуйыласаҡ һәм уларға тауыш биреп буласаҡ.
Шарттарға килгәндә, конкурста ҡатнашырға теләүселәр үҙҙәре тураһында яҙып, төркөмдөң диуарына тәҡдим итә, йәки Айбулат Ишназаровҡа (https://vk.com/id47026933), «Йәшлек»тең “Бәйләнештә”ге аккаунтына (https://vk.com/blog.ye02) йәки гәзиттең электрон почтаһына (ye02@yandex.ru) ебәрә ала. Фотоларға килгәндә, ҡыҙҙар, тышта, ҡыш миҙгеле, ап-аҡ ҡар, Яңы йыл байрамы фонында, шыршы янында төшөгөҙ. Беҙ Ҡышһылыу һайлайбыҙ, шуға күрә лә исеме есеменә тап килеп торһон.
«Бәйләнештә» селтәрендә шәхси хәбәр (личное сообщение) яҙыр өсөн сәхифәләрегеҙ асыҡ булырға тейеш.
Декабрь айында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ, еңеү яулаған һылыуҡайҙарҙы матур приздар көтә.

һүрәттә: "Йәшлек" гүзәле - 2013 - Ләйсән УСМАНОВА







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға