«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҡышҡы әкиәттәр”



15.01.2014 “Ҡышҡы әкиәттәр”

“Ҡышҡы әкиәттәр” Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында билдәле рәссам һәм шағир Эльмира Фәтихованың “Ҡышҡы әкиәттәр” тип исемләнгән фотокүргәҙмәһе асылды. Унда 17 фотоһүрәт тәҡдим ителгән. “Наҙлылыҡ”, “Ҡышҡы шешлек”, “Ҡайнар йөрәктәр”, “Фигурист”, “Мөғжизәле ағас” - рәссамдың ижад емештәре исемдәре менән дә үҙҙәрендә булған матурлыҡты әйтеп тора. Һәр һүрәткә Эльмира Фәтихова үҙе ижад иткән шиғырҙар, үҙенең тормошонан алған хикәйәләр менән комментарийҙар яҙған.
Бынан тыш, китапханала Башҡортостан тәбиғәтенә арналған “Үҙемдең тыуған яғымды яратам” тип исемләнгән китап-иллюстрация күргәҙмәһе лә ойоштоторолған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға