«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Автомобиль формаһында китап сыҡты



15.01.2014 Автомобиль формаһында китап сыҡты

Автомобиль формаһында китап сыҡтыЗәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә балалар өсөн «Минең машиналарым» тигән китап сыҡты. Был үҙенсәлекле баҫма автомобиль формаһында эшләнгән һәм унда рус һәм башҡорт телдәрендә машиналарҙың маркаһы һәм тәғәйенләнеше тураһында ҡыҫҡа шиғырҙар бирелгән. Китаптың авторы – Башҡорт дәүләт университеты аспиранты Азамат Мәһәҙиев. Тәржемәсе – Кристина Андрианова, рәссам – Татьяна Лоҡманова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға