«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ!



15.01.2014 Ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ!

Ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ! 27 февралдән 1 мартҡа тиклем Өфөлә башҡорт музыкаһын фортепианола башҡарыусылар араһында Светлана Хәмиҙуллина исемендәге асыҡ республика конкурсы үтәсәк. Ул алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Конкурсты Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ойоштора, уның маҡсаты – башҡорт халҡының рухи мираҫын пропагандалау, яңы таланттарҙы асыу, башҡорт фортепиано музыкаһы фондын байытыу.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы, ул 7 февралгә тиклем дауам итә. 7 йәштән 25 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр үҙҙәренең ғаризаларын Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 14, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, йәки ugai.konkurs@mail.ru электрон адресына ебәрә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға