«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташ скрипкасылар дуэты сығыш яһаясаҡ



15.01.2014 Яҡташ скрипкасылар дуэты сығыш яһаясаҡ

Яҡташ скрипкасылар дуэты сығыш яһаясаҡ 15 ғинуарҙа Ф.Шаляпин исемендәге концерт залында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының сығарылыш курсы студенттары Айһылыу Сәйфуллина һәм Александр Маломожнов дуэт менән сығыш яһай. Әлеге көндә талантлы скрипкасылар 2011 йылдан алып Мәскәү ҡалаһындағы Е.Светланов исемендәге симфоник оркестрында уңышлы эшләй.
Киске сәғәт 7-лә башланасаҡ программала - Гендель, Леклер, Паганини, Изаи, Прокофьев, Шнитке әҫәрҙәре. Инеү бушлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға