«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Минең тормош китаптарым»



15.01.2014 «Минең тормош китаптарым»

«Минең тормош китаптарым» Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Минең тормош китаптарым» исемле Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән үҙенсәлекле проектта ҡатнаша. Ул «АСТ» нәшриәте тарафынан ойошторолған, акция билдәле шәхестәрҙе ылыҡтырып, илебеҙҙә китап уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатын ҡуя.
Милли китапханала республиканың мәҙәниәт, фән, сәйәсәт, спорт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар үтәсәк. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең яратҡан, иң яҡшы тип иҫәпләгән китаптары хаҡында һөйләйәсәк. Был осрашыуҙар тураһында китапхананың рәсми сайтында биреләсәк.
Акция аҙағында билдәле шәхестәрҙең яратҡан китаптары исемлегенә таянып төҙөлгән уникаль күргәҙмә эшләнәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға