«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Посылкаларҙың ҡайҙа булыуын мобиль телефон аша белергә мөмкин



09.01.2014 Посылкаларҙың ҡайҙа булыуын мобиль телефон аша белергә мөмкин

Посылкаларҙың ҡайҙа булыуын мобиль телефон аша белергә мөмкин Рәсәй почтаһы “iOS” һәм “Android” системаһындағы смартфондар өсөн посылкаларҙың ҡайҙа булыуын күрһәткән программаны ҡулланыуға индерҙе. Хәҙер клиенттар аҡыллы телефондар аша онлайн режимында посылканың әлеге ваҡытта ҡайҙа барыуын тикшерә ала. Бынан тыш, бер нисә заказдың юлын күҙәтергә, иң яҡын почта бүлексәһен эҙләп табырға һәм уның эшенә баһа бирергә мөмкин.
Әлегә был программа тест режимында 30 апрелгә тиклем эшләй. Ҡулланыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәрен mobile@russianpost.ru адресы буйынса ебәрә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға