«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күптән көтөлгән аҡса сығасаҡ



09.01.2014 Күптән көтөлгән аҡса сығасаҡ

Күптән көтөлгән аҡса сығасаҡ 10 ғинуарҙа әйләнешкә яңы ун һумлыҡ аҡса сығасаҡ. “Рәсәйҙең боронғо ҡалалары” серияһында “Кострома өлкәһенең Нерехта ҡалаһы” нумизматтар һәм тарих һөйөүселәргә күптән көтөп алған бүләк булмаҡсы. Илебеҙҙең боронғо ҡалаларын күрһәткән бындай төрҙәге биметалл аҡса һуңғы мәртәбә 2012 йылда (“Соликамск ҡалаһы”) сыҡты.
Яңы ун һумлыҡ 5 миллион дана тираж менән һуғылған, реверсында Нерехта ҡалаһы панорамаһы төшөрөлгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға