«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сипайлово биҫтәһендә бүре тотолған



16.12.2013 Сипайлово биҫтәһендә бүре тотолған

Сипайлово биҫтәһендә бүре тотолғанКисә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан “Ҡашҡаҙан” паркы янында киске сәғәт 8 тирәһендә аҡ төҫлө альбинос бүре йөрөүе тураһында мәғлүм була. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре ебәрелә. Ләкин йыртҡыс табылмай.
Төнгө сәғәт 1 тирәһендә бүре йөрөү тураһында тағы ла шылтыратыу ҡабул ителә. Паркка полиция наряды йүнәлтелә һәм улар унда ысынлап та аҡ төҫтәге бүре йөрөүен асыҡлай. Артабан РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре саҡырыла һәм хайуан тотола.
Әле аҡ төҫлө альбинос бүре зоопаркка тапшырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға