«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы!”



16.12.2013 “Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы!”

“Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы!” Баш ҡалаға Олимпия уты эстафетаһы яҡынлашып килә. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға бағышлап, БР Милли музейында “Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы!” тип исемләнгән күргәҙмә асыласаҡ.
Экспозицияла 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Йәйге Олимпия уйындары һәм Сочиҙа уҙасаҡ Ҡышҡы Олимпиадаға бағышланған сувенирҙар, аҡсалар, значоктар, төрлө тауарҙар, плакаттар, открыткалар урын аласаҡ. Унда шулай уҡ республика спорты, олимпия һәм параолимпия уйындары чемпиондары тураһында белешмә алырға мөмкин буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға