«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Саңғы юлы асылыу мәлендә - “Спринт-турнир”



16.12.2013 Саңғы юлы асылыу мәлендә - “Спринт-турнир”

Саңғы юлы асылыу мәлендә - “Спринт-турнир” Декабрь башында БДУ-ҙың Сибай институтының төп корпусы янындағы спорт ҡаласығы биләмәһендә саңғы юлы асылды. Ул яҡтыртыла һәм бар талаптарға ла яуап бирә.
Саңғы трассаһын тантаналы асыу 25 декабргә планлаштырылған. Был көндө төшкө сәғәт 4-тә БДУСИ идаралығы кубогына “Спринт-турнир” үтәсәк һәм уға студенттар һәм барлыҡ саңғы спорты һөйөүселәр саҡырыла (Сибай ҡалаһы һәм барлыҡ Урал аръяғы райондарынан). Ҡатнашырға теләк белдереүселәр 25 декабргә тиклем институттың спорт дисциплиналары кафедраһына мөрәжәғәт итә ала. Табип визаһының булыуы мотлаҡ.
Беренсе-икенсе урын алыусылар һәм бөтә уҙыштарҙа иң яҡшы ваҡыт күрһәтеүселәр ярымфиналға үтәсәк. Финалға иһә ярымфиналдың һәр ярышында тәүге килгәндәр һәм иң яҡшы ваҡыт күрһәтеүселәр сығасаҡ. Тәүге биш финалсыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Һорауҙар менән 927-232-04-01, 937-307-27-41 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға