«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниһайәт, үҙебеҙҙә лә аквапарк асылды!



16.12.2013 Ниһайәт, үҙебеҙҙә лә аквапарк асылды!

Ниһайәт, үҙебеҙҙә лә аквапарк асылды! Уҙған шәмбелә баш ҡалала «Планета» сауҙа - күңел асыу үҙәге һәм аквапарк асылды.
Әлегә тиклем һыу эсендә ял итергә теләүселәр Магнитогорск һәм Ҡазан ҡалаларына барырға мәжбүр ине.
Өфө аквапаркына ингән саҡта махсус беләҙек бирелә. Әйберҙәр шкафы уның ярҙамында бикләнә. Беләҙектәге махсус депозитҡа аҡса һалына, бар хеҙмәттәргә түләү – кафеға инеү, аквапарк ваҡытын оҙайтыу шуның аша башҡарыла.
Инструкторҙар тәртипте күҙәтә. Бассейн динозаврҙар менән тропик күл стилендә эшләнгән, эстә бер нисә һыу тауы урынлашҡан. Уларҙың бейеклеге дүрт-биш ҡатҡа тиклем барып етә. “Һыу әйләнеше” аттракционындағы ябыҡ торбанан шыуып бассейнға килеп төшөргә мөмкин. “Шәп йылға”, “Тау шишмәһе”, “Анаконда” тигән урындарҙа ла күңел асырға мөмкин. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләүселәр “Ирекле ҡолау” һәм “Камикадзе”ла һикерә ала. Өлкән йәштәгеләр өсөн дә зона бар, унда сауна һәм төрөк мунсаһы тәҡдим ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға