«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силәбеләр ҡурайҙа уйнарға өйрәнәсәк



13.12.2013 Силәбеләр ҡурайҙа уйнарға өйрәнәсәк

Силәбеләр ҡурайҙа уйнарға өйрәнәсәк 16 декабрҙә Силәбе ҡалаһындағы Шәйехзада Бабич исемендәге китапханала ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү курстары башлана. Уға Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселек итә.
А. Айытҡоловтың методикаһы буйынса ҡурайҙа бер ҡасан да уйнап ҡарамаған кеше ни бары ете көндә өс-дүрт көй өйрәнә ала. Уҡытыу Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы тарафынан «Башҡорт йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу» проектына ярашлы уҙғарыла. Курстар йәштәр араһында башҡорт милли уйын ҡоралында башҡарыусылар төркөмөн ойоштороуға булышлыҡ итергә тейеш.
Музыкант Силәбе өлкәһендә булған ваҡытта Ҡоншаҡ районының «Маяҡ батырҙары» башҡорт ансамбле балалары өсөн ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә һәм Арғаяш районының Ҡолой ауылында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре алдында хәйриә концерты менән сығыш яһарға йыйына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға