«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡайһы ауыл иң айығы булыр



13.12.2013 Ҡайһы ауыл иң айығы булыр

Ҡайһы ауыл иң айығы булыр Бөгөн Иглин ауылы мәҙәниәт йортонда «Айыҡ ауыл — 2013» республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәрелә.
Был конкурста иң айыҡ ауыл исеме өсөн 80 ауыл биләмәһе көрәште. Июль айынан сентябргә тиклем ярыш комиссияһының туғыҙ күсмә ултырышы ойошторолдо, бынан тыш, ҡатнашыусылар фото һәм видео ҡушымталар менән мәғлүмәт отчеттары ебәреп торҙо.
«Айыҡ ауыл — 2013» конкурсы еңеүселәре тип Иглин районының Үктәй ауыл советы, Әбйәлил районы Байым ауыл советының Рәхмәт ауылы, Бүздәк районының Төрөш ауыл советы танылды.
Шулай уҡ конкурстың 10 номинацияһында еңеүселәр билдәләнде. Уларҙың барыһына ла аҡсалата бүләк алыу хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыла.
Бынан тыш, киң мәғлүмәт саралары араһында призерҙар асыҡланды.
Бүләкләү тантанаһы киске сәғәт 5-тә үткәрелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға