«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данлыҡлы композиторҙың һуңғы әҫәренең премьераһы



09.12.2013 Данлыҡлы композиторҙың һуңғы әҫәренең премьераһы

Данлыҡлы композиторҙың һуңғы әҫәренең премьераһы 20 - 21 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҙур премьера буласаҡ. Унда “Мин һине нисек яратам!?” тип исемләнгән ике актлы опера фристайлы ҡуйыласаҡ. Ижади проекттың музыкаһын Салауат Низаметдинов яҙған, режиссеры Рөстәм Ғәлиев, дирежиры Марат Әхмәтзарипов, рәссам Марсель Калмагамбетов (Санкт-Петербург).
Был әҫәр - данлыҡлы композиторҙың һуңғы ижад емеше. Салауат Әхмәҙи улы июнь аҙағында операның клавиры өҫтөндә эште тамамлай, ләкин ижадсы 29 июлдә арабыҙҙан китеп барҙы. Инструменталь партияларҙы яҙып бөтөүҙе композитор Илдар Хисаметдинов башҡарған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға