«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күренекле портретсының шәхси күргәҙмәһе



05.12.2013 Күренекле портретсының шәхси күргәҙмәһе

Күренекле портретсының шәхси күргәҙмәһе Бөгөн киске сәғәт 5-тә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың 2-се корпусында Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Илдар Бикбулатовтың шәхси күргәҙмәһе асыла. Ул ижадсының 60 йәшлек күркәм юбилейына арнала.
Рәссамды күптәр портрет оҫтаһы тип белә. Уның Рудольф Нуриев, Таһир Күсимов, Нурия Ирсаева, Таңсулпан Бабичеваға бағышланған эштәре иң уңышлыһы тип иҫәпләнә. И.Бикбулатовтың картиналары Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙәге коллекцияларҙа урын алған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға