«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һынлы сәнғәт һөйөүселәр иғтибарына!



05.12.2013 Һынлы сәнғәт һөйөүселәр иғтибарына!

Һынлы сәнғәт һөйөүселәр иғтибарына! Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Башҡорт һынлы сәнғәте оҫталары» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Өс залда урын алған экспозицияла республикабыҙҙың мәшһүр рәссамдары – Әхмәт Лотфуллин, Рәшит Нурмөхәмәтов, Ҡасим Дәүләткилдиев, Давид Бурлюк, Анатолий Лежневтың ижад эштәре – йәмғеһе 82 картина урын алған. Күргәҙмәлә йәш, әммә һәләтле рәссамдарҙың да һүрәттәре ҡуйылған. Ул 14 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға