«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туҡталыштарҙа - “почта тәҙрәләре”



04.12.2013 Туҡталыштарҙа - “почта тәҙрәләре”

Туҡталыштарҙа - “почта тәҙрәләре” Баш ҡаланың йәмәғәт транспорты туҡталыштарында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ҡабул итеү өсөн «почта тәҙрәләре» асыласаҡ.
Әлеге ваҡытта Затон күперенә ингән саҡта «Йәшел тау» туҡталышында беренсе почта тәҙрәһе һынау үтә. Бындай почта бүлексәләре сираттарҙы кәметеү маҡсатында ҡуйыла.
Әгәр һынау уңышлы үтһә, бындай почта пункттары Өфөнөң башҡа урындарында ла булдырыласаҡ. Беренсе сиратта Сипайлово биҫтәһе тора. Әлеге ваҡытта унда йәшәүсе 120 мең кешегә ни бары дүрт почта бүлексәһе тура килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға