«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт театры сәнғәте үҫтереүсеһенең хәтер кисәһе



04.12.2013 Башҡорт театры сәнғәте үҫтереүсеһенең хәтер кисәһе

Башҡорт театры сәнғәте үҫтереүсеһенең хәтер кисәһе  Быйыл милли мәҙәниәтебеҙ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур көс һалған мәшһүр сәхнә оҫтаһы Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо уңайҙан 23 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хөсәйен Илдархан улына арналған хәтер кисәһе була.
Был сарала Х.Ҡудашевтың сәхнәләштәре - өлкән быуын артистары, шулай уҡ йәштәр, Татарстан Республикаһы театр йәмәғәтселеге вәкилдәре, республикабыҙ театрҙарының сәхнә оҫталары, яҙыусылар, Хөсәйен Илдархан улының яҡташтары, балалары ҡатнаша. Программала спектаклдәрҙән өҙөктәр, йырҙар яңғыраясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға