«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данлыҡлы мәмерйә фильмда урын аласаҡ



26.11.2013 Данлыҡлы мәмерйә фильмда урын аласаҡ

Данлыҡлы мәмерйә фильмда урын аласаҡКиләһе йыл республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы ғинуар-февраль айҙарында «Шүлгәнташ сере» исеме аҫтында фильм-әкиәттең исем туйы уҙасаҡ. Уны төшөрөүгә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына республика Президенты гранты бүленгәйне.
Был проектҡа иң яҡшы ижади көстәр йәлеп ителгән. Режиссерҙар Рөстәм Аҙнабаев һәм Ләйсән Солтанғолова, оператор-ҡуйыусы Урал Ғатауллин, сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина, рәссамдар Арыҫлан Бикбаев һәм Альбина Шәһретдинова, тауыш режиссеры Людмила Романова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға