«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле рәссамдың ижадына бағышланған китап



26.11.2013 Билдәле рәссамдың ижадына бағышланған китап

Билдәле рәссамдың ижадына бағышланған китапЗәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә халҡыбыҙҙың аҫыл улы, билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың тормош һәм ижад юлына бағышланған китап сыҡты. Фотоальбомдың авторы – Любовь Попова.
Был баҫма быға тиклем донъя күргәйне. Фотоальбомдың популяр булыуын иҫәпкә алып, нәшриәт уны яңынан баҫып сығарырға ҡарар иткән. Баҫма СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй художество академияһы академигы Әхмәт Фәтҡулла улының тыуыуына 80 йыллығына арнала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға