«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был аҙнала - сираттағы «Субботка-Переработка»



26.11.2013 Был аҙнала - сираттағы «Субботка-Переработка»

Был аҙнала - сираттағы «Субботка-Переработка» 30 ноябрҙә баш ҡалала сираттағы «Субботка-Переработка» акцияһы үтәсәк. Унда макулатура, полиэтилен, пластик, алюминий килтереп тапшырып була. Артабан был ҡалдыҡтар икенсел эшкәртеүгә йүнәлтеләсәк.
Был көндө «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы иҫкергән, боҙолған терегөмөшлө термометрҙар һәм энергияны аҙ исрафлаған лампаларҙы ла ҡабул итәсәк.
Акция иртәнге сәғәт 11-ҙә башланасаҡ һәм сәғәт 1-ҙә тамамланасаҡ.
Ҡалдыҡтарҙы Республика балалар экология – биология үҙәгенә (адресы - Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 14/1) йәки «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһына (С.Кувыкин урамы, 102) алып килергә мөмкин.
Ҡалабыҙҙы таҙараҡ итәйек, яҡындарыбыҙҙы терегөмөш һәм башҡа ауыр металдар, хәүефле матдәләр булған әйберҙәрҙән һаҡлайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға