«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар йортонда дуҫтар осрашыуы



22.11.2013 Балалар йортонда дуҫтар осрашыуы

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге күмәртәләп йәшелсә-емеш һатыу баҙары менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге башҡорт балалар йортон күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй.

Һәр йортта ҡунаҡты көтөп алған кеүек, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә үҙҙәренең дуҫтарын әҙерләнеп көткәйне. Балалар йортона килеп ингәс тә осраған Данил исемле малай:
– Беҙҙә бөгөн матур ибет, бына мин нисек кейендем, тик был күлдәк миңә ныҡ ҙур, – тип хәбәрҙәрен теҙеп тә китте. Күлдәк тап-таман булһа ла, балаға ҙур күренгәндер инде.

Ысынлап та, балаларҙың барыһы ла матур итеп кейенгән, кәйефтәре лә байрамса. Балалар йортона ҡунаҡтар йыш килә, әммә бөгөнгөләрен улар айырыуса көтөп алған, сөнки күптәнге дуҫтары – бағыусылары, Затон күмәртәләп йәшелсә-емеш һатыу баҙары хеҙмәткәрҙәре килә. Өҫтәүенә, балалар белә, уларҙың килгән һайын бик күп бүләк алып килеүҙәренә өйрәнеп тә бөткән. Был юлы ла уларҙың өмөтө аҡланды, байрам хөрмәтенә дуҫтары уларға ниндәй бай өҫтәл әҙерләгән, йәшелсә-емештәрҙең, тәмлекәстәрҙең ниндәйе генә юҡ. Хатта былау ҙа бешереп алып килгәндәр. Ә инде улар алып килгән клоундар малай-ҡыҙҙарға төрлө уйындар уйнатып, күңелен күрҙе. Балалар үҙҙәре лә яуапһыҙ ҡалманы, дуҫтарына рәхмәт йөҙөнән матур ғына концерт әҙерләгәйне. Уларҙың сығыштарын сауҙа вәкилдәре, алҡыштарға күмеп, бик ихлас ҡараны.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йорто менән Затон күмәртәләп йәшелсә-емеш һатыу баҙарын күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй.
– Беҙҙең хеҙмәттәшлек күп йылдар инде дауам итә. Улар беҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Ҡайҙа, нидәй ярҙам кәрәк, йыш ҡына уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. 2010 йылда балалар йортона еңел автомобиль дә бүләк иткәйнеләр. Байрамдарҙа балаларҙы ҡотларға онотмайҙар, күстәнәстәр, бүләктәр тотоп килеп етәләр, – тип һөйләй балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова.

– Балалар йорто менән бәйләнеш беҙгә тиклем үк яйға һалынған, әле иһә беҙ уларҙың изге эштәрен дауам итәбеҙ. Төҙөкләндереү эштәрендә ярҙамлашабыҙ, шулай уҡ спорт инвентарҙары, йыһаздар менән дә ярҙам күрһәтәбеҙ. Беҙ республиканың башҡа балалар йорттарына ла ярҙам итергә әҙербеҙ, киләсәктә улар менән дә бәйләнеш булдырырбыҙ, тип уйлайым, – ти Затон күмәртәләп йәшелсә-емеш һатыу баҙары директоры урынбаҫары Фуркат Икромов.
Әйткәндәй, Бөтә донъя бала көнө уңайынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йортонда Өфө ҡалаһы Совет һәм Октябрь районының суд приставтары, нотариустар ҙа килеп, балаларҙы ҡотлап, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр үткәреп, мохтаждарға ҡыйбатлы дарыуҙар алырға ярҙам иткән.
С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға