«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данлыҡлы шәхескә арнап



18.11.2013 Данлыҡлы шәхескә арнап

Данлыҡлы шәхескә арнап2000 йылда Сибай ҡалаһының иң матур урамдарының береһендә халҡыбыҙҙың аҫыл улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға бюст асылғайны. Ошо көндәрҙә уны реконструкциялау эштәре тамамланды. Һәйкәлде хәҙер Вәлидиҙең ҡаҙаныштары, халҡыбыҙ, тарих һәм фән өсөн башҡарған эштәрен тасуирлаған таҫма биҙәй. Ул металдан ҡойолған һәм мәғлүмәт башҡорт һәм рус телдәрендә бирелгән. Композицияның авторы - скульптор Сергей Апарин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға