«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын»



18.11.2013 «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын»

«Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын» 28 - 29 ноябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын» спектакленең премьераһы үтәсәк. Ҡуйыусы режиссер - Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.
Авторҙың был пьесаһы йәшәйештең төп проблемаларын күтәрә, унда тормош ҡиммәттәре, кешеләрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте хаҡында бәйән итә.
Хәл-ваҡиғалар бәләкәй ҡалала урынлашҡан дауаханала бара. Ауыр сиргә дусар булған бәләкәй ҡыҙҙың ата-әсәһе мөрәжәғәте буйынса, ҡаланың йәмәғәтселек вәкилдәре консилиумға йыйыла. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Кәңәшмәлә ҡыҙҙың тормошон көйләп торған аппаратты башҡа баланы ҡотҡарыу өсөн һүндерергәме, әллә юҡмы, тигән һорау ҡарала. Пьесаның төп фәлсәфәһе бына ошо сетерекле мәсьәләне хәл итергә тырышыуҙан тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға