«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Донъя көрәшселәре Салауатта йыйыласаҡ



13.11.2013 Донъя көрәшселәре Салауатта йыйыласаҡ

Донъя көрәшселәре Салауатта йыйыласаҡИртәгә Салауат ҡалаһы үҙенә бөтә донъя көрәшселәрен йыя. Ундағы “Нефтехимик” спорт һарайында билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла.
Көрәшселәр ирекле стилдә (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр) һәм классик стилдә (ир-егеттәр) 62 - 100+ кг (ир-егеттәр), 52 – 76+ килограмм (ҡатын-ҡыҙҙар) ауырлыҡ категорияларында бил һынаясаҡ. 300-гә яҡын спортсы 25 илдән йыйыласаҡ. Сағыу спорт тамашаһын Халыҡ-ара билбаулы көрәш федерацияһы менән Бөтә Рәсәй федерацияһы, “Газпром Нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайттарында онлайн-трансляция аша күҙәтергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға