«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай йондоҙсоҡтарының матур сығышы



13.11.2013 Сибай йондоҙсоҡтарының матур сығышы

Сибай йондоҙсоҡтарының матур сығышы Яңыраҡ Учалы ҡалаһында боҙҙа фигуралы шыуыу буйынса “Учалы йондоҙсоҡтары” исемле асыҡ турнир үтте. Унда майҙан хужалары менән бер рәттән Магнитогорск, Златоуст, Снежинск (Силәбе өлкәһе), Сибай ҡалалары спортсылары ҡатнашты. Сибай ҡалаһының “Ирәндек” боҙ һарайы тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 2008 йылғы балалар араһында Даша Брылева икенсе булды, 2007 йылғыларҙан Дилә Кәримова етенсе урынды яуланы. Өлкәндәр төркөмөнән Айгөл Байдәүләтова, Аня Байғазина, Катя Пронина, Кристина Первушкина һәм Саша Ефимова үҙмерҙәр разряды нормативын да үтәй алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға