«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө – яңы башҡорт сериалы!



11.11.2013 Һөйөнсө – яңы башҡорт сериалы!

Һөйөнсө – яңы башҡорт сериалы! Декабрь айында телеэкрандарға яңы башҡорт сериалы сығасаҡ. Ул «Йәйҙең өс аҙнаһы» тип исемләнәсәк, тиҫтәгә яҡын серияға һуҙыласаҡ. Режиссеры Руслан Юлтаев.
Был проект 1 июлдә башланған. Төп ролдәргә «Күңелле йәшәйбеҙ» ял һәм күңел асыу тапшырыуында ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ драма театры артистары йәлеп ителгән.
Мелодрама жанрындағы сериал балалар йортонда үҫкән Әлиә исемле ҡыҙҙың тормошон һүрәтләй. Ул бала саҡтан атаһының тере икәнен белеп үҫә һәм уны эҙләп табыу тураһында хыяллана. Фильм ташландыҡ балалар, мөхәббәт, ғаилә ҡиммәттәре кеүек төшөнсәләргә нигеҙләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға