«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Патриотик музыка жанрында классик гитара»



11.11.2013 «Патриотик музыка жанрында классик гитара»

 «Патриотик музыка жанрында классик гитара» Исеменән үк әйтеп тороуынса был конкурс илһөйәрлек рухын, үткәндәрҙе хөрмәтләүҙе һәм матурлыҡ, сәнғәт һәм ижадтың һуғыштарҙан өҫтөн булыуын күрһәтә. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәте буйынса комитеты һәм Республика Хәрби дан музейы үткәргән был сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында гитара өсөн инструменталь пьеса башҡарырға тейеш.
Музыкаль ярышта ҡатнашырға теләүселәр 11-се балалар музыка мәктәбенә (Октябрь проспекты, 50/2, 18-се кабинет) йәки 8 937 3 57 00 57, 8 904 735 93 57 телефондары буйынса, ufaconcurs@mail.ru электрон почтаһы буйынса ғариза бирә ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға