«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балсылар ярышы үтәсәк



08.11.2013 Балсылар ярышы үтәсәк

Балсылар ярышы үтәсәкБаш ҡалала иң тәмле балды асыҡлау буйынса республика конкурсы үтәсәк. Унда һәр теләгән ҡатнаша ала. Балдың сифатын халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған белгестәр тикшерәсәк.
Үҙҙәрен күрһәтергә теләгән умартасылар 5 декабргә тиклем быяла банкала 300 грамм бал ебәрергә һәм ғариза яҙырға һәм түбәндәге адрестарға ебәрергә тейеш.
“Башҡорт балы етештереү үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Өфө ҡалаһы, Новосибирская урамы, 2, телефоны: 8(347) 274-46-84, 282-91-21)
“Бал технологиялары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Өфө ҡалаһы, Интернациональ урамы, 105/1, 16-сы кабинет, телефоны: 8(347) 246-65-85.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға