«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауырыу балаларға ярҙам итергә кәрәк!



08.11.2013 Ауырыу балаларға ярҙам итергә кәрәк!

Ауырыу балаларға ярҙам итергә кәрәк!	Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында 6 ноябрҙән 7-һенә ҡараған төндә “Ветерок” балалар ат клубының һарайында янғын сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе бында ике ҡолон, дүрт өлкән ат һәм бер пони төтөнгә тонсоғоп үлә. Орлик ҡушаматлы 9 йәшлек ат ҡына ут эсенән сыға алған.
Алдан билдәле булыуынса, тәүҙә һарай янында ятҡан бесән янып киткән. Артабан ут аттар торған урынды ялмаған.
Әлеге ваҡытта яңынан һарай төҙөү һәм аттар һатып алырға аҡса йыйыу бара. Ярҙам итергә теләүселәр 8927-31-88-672 номеры буйынса шылтырата ала. Әйтергә кәрәк, был клубта балалар церебраль фалижы (ДЦП) һәм Даун синдромы менән ауырыған балалар дауалау курсы үткән булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға