«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ашаған табағына төкөргән



08.11.2013 Ашаған табағына төкөргән

Ашаған табағына төкөргәнОшо көндәрҙә Яңауыл эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Урман” иҫкәртеү рейды мәлендә булғанда бысҡы тауышын ишетә. Бер аҙҙан улар ҡарағай һәм пихта ағастарын йығып йөрөгән бер нисә ирҙе күреп ҡала. Улар менән элек Яңауыл урмансылығында эшләгән 60 йәшлек ир етәкселек иткән.
Әйтергә кәрәк, был урмансы элек үҙенең эшен бик яҡшы башҡарған. Ул рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларҙы, браконьерҙарҙы тотоу, ағас фондында, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһында күҙәтеүҙәр яһаған. Шулай ҙа хаҡлы ялға сыҡҡас, ирҙең үҙе тәрбиәләгән урманды законһыҙ ҡырҡыуы башҡа һыймаҫлыҡ эш булып тора.
Ир ағас шырлығы араһында йорт төҙөгән һәм унда Африка дөйәғоштарын тотҡан ҡошсолоҡ фермаһы асҡан. Йүнсел хужа яңыраҡ юлһыҙ ерҙән йөрөүсе “Урал” йөк автомашинаһын кредитҡа һатып алған. Ай һайын займдар түләргә кәрәк. Шуға күрә лә ул күп уйлап тормай, фермала дөйәғоштар ҡараған эшселәр менән һөйләшә лә, ағас ҡырҡырға керешә. Ләкин был ҡырын эште хоҡуҡ һаҡлаусылар тотҡарлай.
Ир законһыҙ ағас ҡырҡыуҙы полиция хеҙмәткәрҙәре шулай тиҙ асыҡлай алыуына бик аптыраған. Үҙе белдереүенсә, ул урмандың бар урынын белгән һәм диләнкәне лә шырлыҡтан һайлаған.
Тәбиғәткә килтерелгән зыян 300 мең һум тәшкил итә. Ир хәҙер “Урманды законһыҙ ҡырҡыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға