«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бетховендың бишенсе симфонияһын тыңлағығыҙ килһә



07.11.2013 Бетховендың бишенсе симфонияһын тыңлағығыҙ килһә

Бетховендың бишенсе симфонияһын тыңлағығыҙ килһәИртәгә БР Милли симфоник оркестры Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының концерт залында бөйөк композитор Л.Бетховендың әҫәрҙәре менән сығыш яһай. Фортепианола Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рөстәм Шәйхетдинов, дирижеры – оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов.
Программала яңғыраясаҡ Бетховендың бишенсе симфонияһы донья мәҙәниәтендә һәм классик музыка өлкәһендә ҡабатланмаҫ урын биләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға