«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төнгө урамдарҙан ҡурҡмай йөрөргә мөмкин



07.11.2013 Төнгө урамдарҙан ҡурҡмай йөрөргә мөмкин

Төнгө урамдарҙан ҡурҡмай йөрөргә мөмкин Хәҙер баш ҡаланың киске урамдары буйлап ҡатын-ҡыҙҙарға ҡурҡмай йөрөргә була. Бына бер нисә ай элек “Һеңле өсөн ағай” (“Брат за сестру”) исемле үҙенсәлекле хеҙмәт барлыҡҡа килде. Был йәмәғәт проектында волонтерҙар ҡатын-ҡыҙҙарҙы кискеһен өйҙәренә тиклем бушлай оҙата.
Оҙатыусылар хәрәкәте әлеге ваҡытта илебеҙҙең 14 ҡалаһында эшләп килә. Өфөлә әлеге ваҡытта 25 йәш һәм унан өлкәнерәк алты волонтер был изге эште башҡара. Ҡараңғы ваҡытта яңғыҙ йөрөргә ҡурҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар “Һеңле өсөн ағай” хәрәкәтенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә мөрәжәғәт итеп, ҡайҙа барырға кәрәклеген һәм ваҡытын әйтеп, ғариза ҡалдыра ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға