«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ Францияны яулай



07.11.2013 Яҡташыбыҙ Францияны яулай

Яҡташыбыҙ Францияны яулай Өфөлә тыуып үҫкән йәш яҙыусы Игорь Савельевтың «Терешкова Марсҡа оса» («Терешкова летит на Марс») тигән романы «Les Russes à la conquête de Mars» («Русские летят на Марс») исеме аҫтында француз теленә тәржемә ителеп, Парижда һәм Францияның башҡа ҡалаларында һатыуға сығасаҡ.
Был хаҡта «Éditions de l'Aube» нәшриәте сайты хәбәр итә. Китап «Дебют» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһын ойоштороусылар һәм эксперттар ҡатнашлығында Рәсәйҙең йәш яҙыусылары тәржемәләре серияһында Париж нәшриәтендә баҫтырылған. Әйтергә кәрәк, элек был серияла Игорь Савельевтың «Төҫһөҙ ҡала» («Бледный город») повесы нәшер ителгән дә инде.
«Терешкова Марсҡа оса» романын француз теленә Мари-Ноэль Пэн тәржемә иткән. 145 х 220 мм форматындағы китапта 224 бит буласаҡ, ул 17,20 евро торасаҡ, беҙҙеңсә 750 һумға тиң.
Роман рус телендә тәүҙә - ҡыҫҡартылған вариантта «Новый мир» журналында, һуңынан айырым китап булып Мәскәүҙең «Эксмо» нәшриәтендә былтыр йәйгеһен баҫылып сыҡты. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында «Терешкова Марсҡа оса» романы Шәйехзада Бабич исемендәге әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүсе эштәр һәм әҫәрҙәр исемлегенә индерелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға