«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт Юниор Лигаһында ҡатнашырға теләүселәр иғтибарына!



07.11.2013 Башҡорт Юниор Лигаһында ҡатнашырға теләүселәр иғтибарына!

Башҡорт Юниор Лигаһында ҡатнашырға теләүселәр иғтибарына!Башҡорт Юниор Лигаһының беренсе уйын миҙгеленә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.
Лигала ҡатнашырға теләк белдергән командаларға түбәндәгеләрҙе башҡарырға кәрәк:
- ҡағиҙә менән танышырға;
- bul_kvn@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителгән формала 8 ноябргә тиклем ғариза ебәрергә;
- сценарийҙы мөхәррирҙәргә тикшереүгә 29 ноябргә тиклем тапшырырға (биҙәү талаптарын, формаһын алдан асыҡларға).
Зона фестиваленә һәр бер команда КВН стилендә бер сығыш әҙерләй (сәләмләү). Уның ваҡыты 5 минуттан артмаҫҡа тейеш. Фестивалдең дөйөм темаһы - «Үҙемсә шаяртҡым килә».
Һорауҙар менән БЮЛ директоры Радик Ғиззәтовҡа (89273213546, bul_kvn@mail.ru) һәм мөхәррирҙәр төркөмөнә - Гөлфиә Сабитоваға (89608018903, bul_kvn@mail.ru), Ринат Ниғмәтуллинға, Азат Низаметдиновҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға