«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бесәйҙәр күргәҙмәһе лә була икән



06.11.2013 Бесәйҙәр күргәҙмәһе лә була икән

Бесәйҙәр күргәҙмәһе лә була икән 9-10 ноябрҙә баш ҡаланың “Меркурий” сауҙа-сервис үҙәгендә “Башҡорт көҙө – 2013” исемле халыҡ-ара бесәйҙәр күргәҙмәһе үтәсәк. Уны “Ирәмәл” хайуандар һөйөүселәр клубы ойошторасаҡ. Сарала 20-нән ашыу төр бесәйҙәр ҡатнашасаҡ, фелинологтарҙың WCF-рингылары буйынса йәш һәм өлкән мыраубайҙарҙың ярышы, бер тоҡомло һәм махсус WCF-шоуы, костюмдар күрһәтеү ойоштороласаҡ. Күргәҙмәлә бесәйҙәрҙе ҡаршылыҡтар һыҙаты аша үткәреү ярышы – аджилити ла буласаҡ.
Хайуандар байрамы сәғәт 11-ҙән киске алтыға тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт - http://iremel.ucoz.ru/news/9_10_nojabrja_2013_goda_g_ufa_mezhdunarodnaja_vystavka_koshek_bashkirskaja_osen_2013/2013-08-17-77







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға