«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы ла хәүефле “күстәнәс”



06.11.2013 Тағы ла хәүефле “күстәнәс”

Тағы ла хәүефле “күстәнәс” Кисә баш ҡаланың Совет районындағы Кесе Силикат урамында тутыҡҡан торбаларҙы алмаштырған саҡта сантехник эшселәр бригадаһы ер аҫтында тут баҫҡан оҙонса әйберҙәр табып ала. Улар артиллерия снарядтарына оҡшаған була һәм эшселәр был хаҡта полицияға хәбәр итә.
Ваҡиға урынына РФ Эске эштәр министрлығының башҡортстан буйынса ОМОН төркөмө саперҙары ебәрелә. Улар табылдыҡтың ысынлап та 122 һәм 125 миллиметр калибрлы артиллерия снарядтары булыуын асыҡланған. Ләкин, белгестәр фекеренсә, боеприпастарҙың детонаторҙары һәм дарыһы булмағас, улар хәүеф менән янамаған. Шулай ҙа снарядтарҙың баш ҡала биләмәһенә нисек килеп эләгеүен тикшереү башланған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға