«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай драма театры сәхнәһендә



01.11.2013 Сибай драма театры сәхнәһендә

Сибай драма театры сәхнәһендә 6 ноябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт тылсымы” исемле музыкаль комедияһы ҡуйыласаҡ. Ә иртәгеһен тамашасылар иғтибарына Мөҙәрис Багаевтың “Мөхәббәт күле” тәҡдим ителһә, 8 ноябрҙә иһә артистар Әминә Яхинаның “Берҙән-берем минең” комедияһын уйнаясаҡ.
15 ноябрҙә Мәскәүҙән килгән “Мостеатр” халыҡ-ара театр агентлылығы “Ир өйҙә булмаған саҡта” комедияһын ҡуясаҡ. Төп ролдә – Елена Корикова, ролдәрҙә – Анатолий Кот, Гурам Баблишвили, Ольга Маруженко, Дмитрий Белый, Константин Цыкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға