«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иглиндәр ағас ултыртасаҡ



01.11.2013 Иглиндәр ағас ултыртасаҡ

Иглиндәр ағас ултыртасаҡИртәгә Иглин районында “Берҙәм Рәсәй” партияһы инициативаһы менән “Ағас ултыртабыҙ – республиканы биҙәйбеҙ” акцияһы үтә. Иглин ауылына ингән урында бер гектар майҙанда ылыҫ ағастары үҫентеләре ултыртыласаҡ. Был масштаблы акцияла райондағы барлыҡ ауыл биләмәләре ҡатнашасаҡ һәм бының өсөн биш меңгә яҡын төп үҫенте бүленгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға