«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һарайы янында граната тапҡан



31.10.2013 Һарайы янында граната тапҡан

Һарайы янында граната тапҡан 22 октябрь кисендә Октябрьский ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлаусыларына Чернышевский урамындағы йорт янында гранатаға оҡшаш әйбер табылыуы тураһында хәбәр килә.
Ҡурҡыныс табылдыҡҡа 30 йәшлек ир үҙенең һарайы тирәһен тәртипкә килтереп йөрөгәндә юлыға. Ул шунда уҡ полицияға шылтырата.
Ваҡиға урынына оператив хеҙмәткәрҙәр, эт менән кинолог ебәрелә. Тирә-яҡты тикшереү барышында башҡа ҡурҡыныс әйберҙәр табылмай. Ә ир табып алған граната уҡыу әсбабы булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға