«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы тимер аҡса ҡулланылышта!



29.10.2013 Яңы тимер аҡса ҡулланылышта!

Яңы тимер аҡса ҡулланылышта! 17 октябрҙә Рәсәй банкыһы яңы тимер аҡса - “Рәсәй Федерацияһы” серияһында “Дағстан Республикаһы” исемле 10 һумлыҡ биметалл аҡса сығарҙы. Ул 10 миллион дана тираж менән баҫылған һәм ике өлөштән – аҡ металл дискынан һәм һары металдан эшләнгән тышҡы дүңгәләктән ғибәрәт.
Аҡсаның реверсында Дағстан Республикаһының гербы төшөрөлгән. Аверста иһә лавр һәм имән япраҡтары менән уратылған “10 һум”, “Рәсәй банкыһы” тигән яҙыуҙар урынлашҡан.
Бындай тимер аҡсалар нумизматтар араһында бик популяр. 2007 йылда “Башҡортостан Республикаһы” тигән 10 һумлыҡ аҡса сығарылғайны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға